3 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2012 йыл, 10:05

Бәләбәй районында «Алтын ҡайсылар» конкурсы үткәрелә

автор: Марина Шумилова

10 апрелдә Бәләбәйҙә «Алтын ҡайсылар – 2012» V асыҡ парикмахерҙар оҫталығы һәм декоратив сәнғәт смотр-конкурсы старт ала. Уның ойоштороусылары булып «Башҡортостандың сәс үреү һәм тарау буйынса дизайнерҙары, косметологтар һәм визажистар союзы» коммерцияға ҡарамаған парнерлығы менән берлектә Бәләбәй районы муниципаль район хакимиәте сығыш яһай.  

Смотр-конкурс матурлыҡ индустрияһы һөнәрҙәренең профессиональ статусын  һәм абруйын күтәреү, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын арттырыу, һөнәри оҫталыҡ үҫешенә һәм белгестәрҙең ижади потенциалын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында Бәләбәй районының Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаһына ярашлы үткәрелә.

Конкурс 11 майға тиклем дауам итәсәк.