3 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2012 йыл, 9:44

Октябрьскийҙа 58 ғаилә йорт төҙөүгә бушлай ер участкалары алды

автор: Марина Шумилова

Октябрьский ҡалаһында бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуғы булған граждандарға индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнә ер участкалары бирелә башланы. Бындай льготалы категорияға өс һәм унан күберәк балаһы булған йәки инвалид бала тәрбиәләгән һәм торлаҡҡа мохтаждар булараҡ сиратта торған граждандар, шулай уҡ йәш ғаиләләр һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре ҡарай. Дөйөм алғанда Октябрьскийҙың 277 гражданы ер алыуға документ тапшырған.

Мартта үткәрелгән йәрәбә һалыу һөҙөмтәһендә 58 кеше ер алған. Улар араһында өс һәм унан күберәк балаһы булған 44, инвалид бала тәрбиәләгән 14 ғаилә бар. Участкалар биреү бының менән генә тамамланмай, улар әҙер булыу менән йәрәбә үткәреләсәк, һәм ер участкалары ҡала халҡына тапшырыласаҡ.