4 декабрь, Йәкшәмбе

09 апрель 2012 йыл, 9:21

Сибайҙа Урал аръяғы эшҡыуарҙары өсөн мәғлүмәт-консультация үҙәге асылды

автор: Марина Шумилова

Сибайҙа «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес үҙәге» идара компанияһы муниципаль унитар предприятиеһы базаһында көньяҡ-көнсығыш райондарының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн беренсе мәғлүмәт-консультация үҙәге асылды.

Эшҡыуарҙар бында һалым һалыу, бухгалтерлыҡ иҫәп-хисабы алып барыу, кредитлау, хоҡуҡи яҡтан яҡланғанлыҡ, предприятиены үҫтереү, бизнес-планлаштырыу, квалификация күтәреү һәм башҡа эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләр буйынса консультация ала аласаҡ.

Мәғлүмәт-консультация үҙәге граждардарҙы 14-тән 16 сәғәткә тиклем һәр кесаҙна ҡабул итәсәк.

темалар: эшҡыуарлыҡ