10 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2012 йыл, 17:56

«УМНИК» программаһы буйынса грант алыуға Башҡортостанда 65 йәш ғалим дәғүә итә

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

6 апрелдә Өфөлә Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фондының «УМНИК» программаһы буйынса йәштәрҙең инновацион конкурс проекттары буйынса яҙғы йомғаҡлау сессияһының беренсе көнө үтә.

Инновацион эшмәкәрлек аша үҙҙәренең мөмкинлектәрен һәм һәләтен тормошҡа ашырырға ынтылған йәш ғалимдарҙы асыҡлау, инновацион проекттарға ойоштороу һәм финанс ярҙамы күрһәтеү юлы менән йәштәрҙә ғилми-техник һәм инновацион эшмәкәрлектә ҡатнашырға теләк тыуҙырыу программаның төп бурыстары булып тора.

Башҡортостанда «УМНИК» программаһы буйынса инновацион проекттар сессияһын ойоштороусылар булып Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды һәм «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы сығыш яһай.

Конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙа 65 инновацион проект ҡатнаша, уларҙы Башҡортостандың йәш ғалимдары – республиканың төрлө юғары уҡыу йорттары вәкилдәре әҙерләгән. Грантҡа дәғүә итеүселәр жюри иғтибарына фәндең түбәндәге тармаҡтарына бағышланған проекттарын тәҡдим итте: биотехнология, мәғлүмәт технологиялары, киләсәк медицинаһы, заманса материалдар һәм уларҙы булдырыу технологияһы, яңы приборҙар.

— Ғилми яңылыҡ һәм уны коммерциялаштырыу мөмкинлектәре проектҡа баһа биреүҙең төп критерийҙары булып тора. Йәғни был сираттағы диссертация эше йәки ниндәйҙер башҡа ғилми тикшеренеү түгел. Һумдар менән билдәләнгән иҡтисади һөҙөмтәлелек үтә мөһим. Шуға күрә производствоны юлға һалыу йәки производствоға яңы технология индереү фәнни эштең һөҙөмтәһе булырға тейеш. Беҙгә үҙ проекттарын тәҡдим иткән йәш белгестәрҙең төп бурысы нәҡ шунан ғибәрәт, — тине «Башинформ» агентлығына жюри ағзаһы, «ӨДАТУ-ның хужалыҡ иҫәбе ижади үҙәге» технопаркы директоры, техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе Владимир Шолом.

Конкурста еңеүселәрҙе һайлап алыу критерийҙары араһынан шулай уҡ идеяның көнүҙәк булыуын, уның техник әһәмиәтлелеген, проектты тормошҡа ашырыу планын һәм үҙ мөмкинлектәреңә баһа биреүҙе билдәләп үтергә була.

«УМНИК» программаһын ойоштороу төркөмө етәксеһе Алексей Куликовский һүҙҙәренсә, Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фондына фәндең барлыҡ йүнәлештәре лә ҡыҙыҡлы.

— Фонд йәштәрҙең инновацион өлкәлә күпләп ҡатнашыуын ғына маҡсат итеп ҡуймай, иң мөһиме – уларға үҙ хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеген биреү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Куликовский.

Фонд вәкиле һөйләүенсә, «УМНИК» программаһы Рәсәйҙә 2007 йылдан бойомға ашырыла. Программа булдырылғандан алып, 2012 йылды иҫәпкә алмағанда, Фонд 6688 еңеүсене һайлап алған. Үткән йылда ғына 200 мең күләмдәге грантҡа илдең төрлө төбәктәренән 1910 йәш ғалим лайыҡ булған.

«УМНИК» программаһы буйынса йәштәрҙең инновацион проекттары буйынса яҙғы йомғаҡлау сессияһы һөҙөмтәләре Башҡортостанда иртәгә билдәле буласаҡ. Бер йыл элек республикала 150 дәғүә итеүсенән 39 ғалим грантҡа лайыҡ булды.