10 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2012 йыл, 16:53

Башҡортостан етәкселегенең асыҡ сәйәсәте киң мәғлүмәт сараларының аудиторияһын арттырҙы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан Президентының властың асыҡлығына йүнәлеш алыуы республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн ябыҡ темалар ҡалдырманы.

— Киң мәғлүмәт саралары менән ҡаралған темалар араһында «аҡ таптар» ҡалманы, беҙҙең өсөн ябыҡ темалар ҙа юҡ тиерлек, — тип белдерҙе бөгөн Өфөлә үткән  ведомствоның киңәйтелгән коллегияһында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.

Теләһә ҡайһы темаға асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һәм улар буйынса аудитория менән фекер алышыу мөмкинлеге мәғлүмәт менән ҡулланыусыларҙың артыуына килтерә, һәм киң мәғлүмәт сараларының хәҙерге этаптағы бурысы – сифатлы контент һәм дискуссиялар өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырыу.

— Тыйылған темалар юҡ — сифатлы дискуссиялар ғына бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Мелкоедов.

— Традицион киң мәғлүмәт саралары юҡҡа сыҡмаҫ өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш, — тип министр фекерен ҡеүәтләне БР Президенты Аппараты етәксеһе урынбаҫары —  Президент Секретариаты начальнигы Аббас Ғәлләмов. — «Киң мәғлүмәт саралары һөйләй – аудитория тыңлай» кеүек киң коммуникацияның әүәлге моделе үткән заманда ҡалды.

Ул журналистикалағы яңылыҡ һәм эксклюзив кеүек мөһим принциптарҙан берәүҙең дә баш тартырға йыйынмауын һыҙҡ өҫтөнә алып, редакция вәкилдәре өсөн үҙенә күрә оҫталыҡ класы ойошторҙо:

— Президенттың кем менәндер аралашыу факты берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел — уларҙың нимә тураһында әңгәмәләшеүе ҡыҙыҡһындыра. Бының береһе лә материалда юҡ, — тип белдерҙе Аббас Ғәлләмов, гәзиттәге хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланыуы тураһындағы мәҡәләнән өҙөк килтереп. Унда автор Президенттың хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы йәштәр һәм Хәрби комиссия ағзалары менән осрашыу фактын билдәләү менән генә сикләнгән.  

— Ваҡытлы матбуғат баҫмалары булһынмы ул, телевидение, радио йәки интернетмы – берҙәм мәғлүмәт киңлеге ойошторолоуы һәм киң мәғлүмәт сараларының мультимедиа форматына күсеүе шарттарында мәғлүмәт еткереү ысулы артыҡ ҙур әһәмиәткә эйә түгел, — тип билдәләне Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығы.