10 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2012 йыл, 15:24

«Өфө» аэропортында бер квартал эсендә 376 мең самаһы пассажир хеҙмәтләндерелгән

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә быйылғы йылдың беренсе кварталы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Өс айҙа 375679 пассажир хеҙмәтләндерелгән, былтырғы ошондай уҡ осор менән сағыштырғанда был 67136 кешегә күберәк. Шул уҡ мәлдә халыҡ-ара линияларҙағы пассажирҙар ағымы 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан. Ғинуарҙан мартҡа тиклем халыҡ-ара рейстарҙа йәмғеһе 73597 пассажир хеҙмәтләндерелгән, 2011 йылдың ошондай уҡ осорона ҡарағанда был 26255 кешегә күберәк.

Шулай итеп, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә даими һәм чартер рейстарында 13730 пассажир хеҙмәтләндерелгән. Истанбул йүнәлешендә лә 35 проценттан ашыуыраҡҡа пассажирҙар ағымы артыуы күҙәтелгән.

«Өфө» аэропортының маршрут-транспорт селтәрен перспективалы үҫтереү хеҙмәте начальнигы Денис Никитиндың билдәләүенсә, пассажирҙар артыуына, һис шикһеҙ, яңы рейстар асылыуы һәм халыҡтың мобиллеге артыуы ла булышлыҡ итә. Миҫал өсөн, Вьетнамға (Камрань), Ҡытайға (Санья), Иорданияға (Акаба) яңы чартер йүнәлештәре барлыҡҡа килгән, Таиландтың курорт ҡалалары (Пхукет, Утапао) өҫтәлгән. Рәсәй буйынса осоштар географияһы иһә быйыл үҙгәрешһеҙ ҡалған.

Марттағы эшмәкәрлекте лә уңышлы тип атарға мөмкин. Үткән айҙа «Өфө» аэропорты 127110 пассажирҙы хеҙмәтләндергән, был уҙған йылдың март айына ҡарағанда 20 процентҡа күберәк. Ошо уҡ ваҡытта сит илгә осоусылар иҫәбе ике тапҡырға тиерлек артып, 24339 пассажирға еткән.