5 декабрь, Дүшәмбе

06 апрель 2012 йыл, 14:58

Башҡорт мәктәптәре өсөн рус теле дәреслектәре Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан хупланды

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан дүрт дәреслек экспертизаны уңышлы үткән һәм белем биреү учреждениеларында ҡулланыуға тәҡдим ителгән 102 әсбап иҫәбенә инде. Дүрт китап та – башҡорт мәктәптәренең беренсе, икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе кластары өсөн рус теле дәреслектәре. Улар Рәйсә Дәүләтбаева, Флүрә Аҙнабаева, Земфира Сәхипова, Әлфиә Камалетдинова һәм Рәйлә Ғималованан торған авторҙар коллективы менән әҙерләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәй Мәғариф министрлығының 2011 йылдың 27 декабрендәге бойороғо менән дөйөм белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырған һәм 2012/2013 йылдарға дәүләт аккредитацияһы алған белем биреү учреждениеларында ҡулланыуға тәҡдим ителгән (рөхсәт ителгән) федераль дәреслектәр исемлеге раҫланды. Үрҙә күрһәтелгән Башҡортостан уҡытыусыларының дәреслектәре был исемлеккә ингән.