Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

«Родина» кинотеатрында – Булат Йосопов уҡыусыларының фильмдары премьераһы

Йәмғиәт

8 апрелдә «Родина» кинотеатрында Булат Йосоповтың кино мәктәбен тамамлаусыларҙың биш яңы ҡыҫҡа метражлы фильмының премьераһы үтәсәк.

— Был ун икенсе сығарылыш, — тине кинорежиссер Булат Йосопов. — Өфөлөләр күрәсәк фильмдар һуңғы дүрт ай эсендә төшөрөлдө. Сарала Айгөл Буранғолова етәкселегендә кино мәктәбенең йәш уҡыусылары менән төшөрөлгән йәнһүрәттәр ҙә күрһәтеләсәк.

«Родина» кинотеатрында режиссер Илина Вәхитованың — «Он Ангел», Игорь Йосоповтың – «Начало. Пробуждение», Юлиә Храмованың — «На радиоволнах», Мират Кәримовтың — «Придет весна», Луиза Вәлиеваның «Без названия» фильмдары тәҡдим ителәсәк. Премьеранан һуң эштәр менән кино мәктәбенең рәсми сайтында танышырға буласаҡ.

Башлана 18 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть