6 декабрь, Шишәмбе

06 апрель 2012 йыл, 14:27

Урманда хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында федераль номерға бушлай хәбәр итергә мөмкин

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан урмандарында янғын хәүефе миҙгеле башланмаһа ла, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Пункт Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең структур бүлексәһе иҫәпләнә, уның төп бурысы — янғын хәүефһеҙлегенә мониторинг алып барыу.

Хәҙер һәр кеше урман янғындары тураһында мәғлүмәт биреүҙән тыш, урманда күҙәтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ла хәбәр итә ала. Урман һағының тура линияһы телефоны: 8(347) 262-40-39. Шулай уҡ яңыраҡ булдырылған федераль номерҙан файҙаланырға мөмкин: 8-800-100-94-00 (шылтыратыу бушлай).

— Диспетчерҙар бурысына, телефон аша мәғлүмәт йыйыуҙан тыш, йыһандан мониторинг үткәреү һәм көмбәҙле камералар ярҙамында урман фондын күҙәтеү ҙә инә,— тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары  Айбулат Ғәйнуллин. — Былар барыһы ла республика территорияһында урман янғындары сығыу ихтималлығын күҙалларға мөмкинлек бирәсәк.