7 декабрь, Шаршамбы

06 апрель 2012 йыл, 13:12

БашДУ-ның Волонтерҙар үҙәгендә инглиз теленә өйрәтәсәктәр

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетының Волонтерҙар үҙәге English4u программаһы буйынса инглиз телен өйрәнеү һәм камиллаштырыу өсөн төркөм туплай.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, English4u программаһы 2013 йылда Казанда үтәсәк XXVII Бөтә донъя йәйге Универсиадаһына волонтерҙар әҙерләү проекттарының береһе булып тора. Курстарҙа уҡыусылар халыҡ-ара сараларҙы үткәреүҙә ҡатнашыу өсөн кәрәк булған спорт лексикаһын өйрәнә, шулай уҡ инглиз телен камиллаштыра ала. Универсиада башланыуға барлыҡ волонтерҙарҙың сит ил кешеләре менән инглиз телендә иркен һөйләшә алырлыҡ кимәлгә етеүе программаның төп маҡсаты булып тора.

БашДУ-нан асыҡлауҙарынса, волонтерҙар ике төркөмгә бүленәсәк, инглиз теленә роман-герман филологияһы факультеты студенткаһы Юлиә Пронина өйрәтәсәк. Уҡыу бушлай.

Бөгөнгө көнгә был программа буйынса белем алырға 40-тан ашыу студент теләк белдергән. Төркөмдә 30 кеше шөғөлләнә ала, шуға күрә уҡырға теләүселәр араһында өҫтәмә һайлап алыу үткәреләсәк.