8 декабрь, Кесе йома

06 апрель 2012 йыл, 12:27

БЮТ журналистары Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге хаҡында репортаждар төшөрә

автор: Сергей Захаров

5 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө Силәбегә юлланды. Көньяҡ Урал баш ҡалаһында журналистар өлкәнең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге һәм урындағы башҡорттар тормошо хаҡында репортаждар төшөрөргә ниәтләй.

Ижади төркөм составында – яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Лилиә Тунасова, оператор Артур Ханов, техник Булат Закирйәнов һәм водитель Илнур Ғилманов.

Лилиә Тунасова һүҙҙәренсә, улар бында бер маҡсат менән килгән – Силәбе өлкәһе башҡорттарының туған телен, йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуы тураһында һөйләү һәм күрһәтеү. Төбәктә 200 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.

«Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында репортаж БЮТ эфирына 8 апрелдә 12.30 сәғәттә башҡорт телендә «Аҙна яңылыҡтары» тапшырыуында сығасаҡ. Бынан тыш, сюжет рус телендәге «Яңылыҡтар»ҙа ла күрһәтеләсәк. Материалдар менән шулай уҡ телекомпанияның www.tv-rb.ru сайтында танышырға буласаҡ.

БЮТ тележурналистарының күрше өлкәгә сираттағы визиты май һәм июнь айҙарында планлаштырыла.