Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Яҙғы дөйөм ҡала өмәләре Өфөлә 21 апрелдә һәм 19 майҙа үткәрелә

Иҡтисад

Быйыл яҙ Башҡортостандың баш ҡалаһында 21 апрелдә һәм 19 майҙа дөйөм ҡала өмәләре үтәсәк. Улар 21 майға тиклем дауам итеүсе ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә үткәрелә.

Төҙөкләндереү айлығын ойоштороусы булып Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Ҡала йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһаған.

Ғәҙәттәгесә эко-айлыҡта торлаҡ-эксплуатацион участкаларҙың, ҡла предприятиелар һәм ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, шул иҫәптән йәштәр ҡатнашасаҡ.

Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытҡа ҡаланы, шул иҫәптән уҡыу йорттарының, дауаханаларҙың, предприятие һәм ойошмаларҙың биләмәләрен йәшелләндереү саралары ла планлаштырыла. Юлдарҙы, тротуарҙар, ҡоймалар, кәртәләрҙе, парапеттарҙы, бина фасадтарын ремонтлау эштәре ойоштороласаҡ.  Санитар йомалар үткәреү, урамдарҙы, кварталдар араһындағы территорияларҙы, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәһен таҙартыу ҡаралған. Йырындарҙы, йылға һәм күл буйҙарын, шулай уҡ Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һәм Шөгөр йылғаларының яр буйы зонаһын таҙартыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть