6 декабрь, Шишәмбе

06 апрель 2012 йыл, 11:58

Ужым сәсеүлектәре һәйбәт ҡышлаған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ужым культураларының торошо яҡшы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының агрономия хеҙмәтендә. Күҙалланғанса, һәләк булған страховка культуралары 18 проценттан артмаясаҡ. Был хәүефле игенселек зонаһында була торған норманан да кәмерәк.

— Әле баҫыуҙар ҡарҙан әрселеп бөттө тиерлек, — тине аграр ведомство белгестәре. – Ужым сәсеүлектәре әле көсһөҙөрәк күренә, әммә бер-ике ҡояшлы йылы көн эсендә улар күтәрелеп китәсәк.

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә алдағы ялда йылы ҡояшлы көндәр башланасаҡ. Киләһе аҙнала ауыл эшсәндәре һауа температураһының плюс 12 градусҡа тиклем йылыныуын көтә.

Әгәр фараздар аҡланһа, апрель уртаһында уҡ игенселәр ужым культураларын минераль ашламалар менән туйындырыуға төшә аласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: ағымдағы йылда уңыш алыу маҡсатында 476,6 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Уларҙың төп өлөшөн ужым арышы тәшкил итә – 347,9 мең га (73 процент). Бойҙай ужым баҫыуҙарының 22 процентын биләй — 104,4 мең гектар. Тритикалеға 20 мең гектар бүленгән.

Ужым культураларын ҡайтанан сәсергә тура килһә, 170 мең гектар майҙанға етерлек страховка фонды орлоғо бар.