6 декабрь, Шишәмбе

06 апрель 2012 йыл, 11:32

10 апрелдә төбәктә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында федераль субсидия алыусылар билдәле буласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғына эйә булған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар исемлеге Башҡортостанда 10 апрелдә билдәле буласаҡ. Һүҙ федераль бюджеттан субсидия алыуға конкурста ҡатнашҡан социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар хаҡында бара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Конкурс министрлыҡ менән 2012 йыл башында иғлан ителде. Унда ҡатнашыуға дөйөм алғанда 126 заявка ҡабул ителде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов етәкселегендәге конкурс комиссияһының был аҙнала үткән ултырышы һөҙөмтәләре буйынса, бәйгенең аҙаҡҡы этабына 40 коммерцияға ҡарамаған ойошма үтте. Комиссияның йомғаҡлау ултырышы 10 апрелдә үтәсәк, унда еңеүселәр һәм субсидия күләмдәре билдәле буласаҡ.