Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Шишмә шәкәр заводы сеймал ҡабул итеү шарттарын әүәлгесә ҡалдырҙы

Иҡтисад

Татлы тамыраҙыҡ ҡабул итеү шарттары быйыл әүәлгесә ҡала, тип хәбәр итте сөгөлдөрсөләрҙең зональ кәңәшмәһендә «Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Эльмир Асаев. 60/40 иҫәбенән бирем варианты ғәмәлдә буласаҡ, сөгөлдөр ташыуға бәйле бөтә транспорт сығымдарын предприятие үҙ өҫтөнә ала. Шул уҡ ваҡытта предприятиела буласаҡ уңыш иҫәбенә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә аванслау программаһы ҡаралмаған, тип аңлаттылар республика аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: былтыр 57,4 мең гектарҙан республика сөгөлдөрсөләре 1,4 млн тонна тамыраҙыҡ йыйып алды. Уртаса уңыш гектарынан 247 центнерҙы тәшкил итте. Шәкәр заводтарына эшкәртеүгә таҙа ауырлыҡта 1,2 млн тонна тамыраҙыҡ ебәрелгән. Сөгөлдөрҙәге шәкәр миҡдары 16,3 процентты тәшкил иткән.

Төбәктә йыйылған сөгөлдөрҙән дөйөм алғанда 155 мең тонна шәкәр эшләп сығарылған. Шуларҙың 51,6 мең тоннаһы «Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелгән. Республика буйынса уртаса алғанда сөгөлдөрҙәге шәкәр миҡдары 13,2 процентҡа тиң булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть