5 декабрь, Дүшәмбе

06 апрель 2012 йыл, 11:07

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитетында яңы етәксе буласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитетында яңы етәксе буласаҡ. Был вазифаны биләгән Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға эшкә күсә. Бөгөн ул БР Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайланды. Рөстәм Ишмөхәмәтов кандидатураһын комитеттың ултырышта ҡатнашҡан барлыҡ ағзалары ла бер тауыштан яҡланы. Был ҡарарҙы республика Дәүләт Йыйылышының башҡа депутаттары ла раҫлаясаҡ.

Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһын бығаса биләгән Михаил Бугераға Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында эш тәҡдим ителде.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитетының яңы етәксеһе алдағы аҙнала билдәле буласаҡ. «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары Альберт Мифтахов хәбәр итеүенсә, партияның башҡарма комитеты оҙаҡ ваҡыт етәксеһеҙ ҡала алмай, шуға күрә был мәсьәлә яҡын арала хәл ителәсәк.

темалар: партиялар