Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡыусылары туған телдәр буйынса белемдәрен күрһәтә

Йәмғиәт

Бөгөн М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалында мәктәп уҡыусылары араһында туған телдәр, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте буйынса VI асыҡ олимпиада үтә, ул Рәсәй Федерацияһында Рәсәй тарихы йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған.

Балалар рус, башҡорт, татар, сыуаш, мордва, мари, украин телдәре буйынса белемдәрен күрһәтәсәк. Ике йүнәлештә эшләү планлаштырыла: телдәрҙе өйрәнгән уҡыусылар һәм туған телдәрҙә белем алған уҡыусылар өсөн.

Вуздан хәбәр итеүҙәренсә, олимпиадала бөтә республиканан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.

Сара сиктәрендә шулай уҡ «Иң яҡшы милли костюм» конкурсы планлаштырыла.

Олимпиада БР Мәғариф министрлығы менән берлектә үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть