4 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2012 йыл, 10:11

Өфөлә инвестпроекттар конкурсында еңгәндәрҙең ике миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар

автор: Любовь Колоколова

Өфө ҡала үҫеше һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү фонды инвестиция проекттары буйынса сираттағы конкурсын үткәрә. Заявкалар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Проекттар тикшерелеп, хуплау тапҡандан һуң конкурсанттар займ килешеү буйынса ярайһы ҙур суммаға дәғүә итә аласаҡ.

Конкурс Өфө ҡалаһы ҡала округында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә квартал һайын үткәрелә. Еңеүселәр йылына 16 процент менән 100 меңдән алып ике миллионға һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр инвестиция проекттары буйынса биш конкурс үткәрелде, унда дөйөм алғанда 32,5 миллион һум суммаға 35 заявка килде. Шулар араһынан 18 проект 12 миллион һумға яҡын суммаға финансланды.

Финанс ярҙамы алыу тәртибе, талаптары һәм шарттары тураһында бөтөн мәғлүмәт Өфө ҡала үҫеше һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа яҙам итеү фондының сайтында бирелгән.