Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «2012 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығы уңайынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2012 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бойороҡҡа ярашлы, 4 майҙа Өфөләге Конгресс-Холда байрам концерты һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тантаналы ҡабул итеү ойоштороласаҡ.

9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройы Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскәләр һәм веноктар һалыу тантанаһы үтәсәк.

Район һәм ҡала хакимиәттәренә Хәрби комиссариат бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советтары, йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән берлектә һәйкәлдәргә һәм обелискыларға веноктар һәм сәскәләр һалыуҙы ойошторорға, изге байрамға арналған тантаналы йыйылыштар һәм күмәк мәҙәни саралар үткәрергә, фронтовиктарҙы һәм тыл эшсәндәрен тәбрикләүҙе ойошторорға тәҡдим ителде.

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть