6 декабрь, Шишәмбе

06 апрель 2012 йыл, 9:21

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 5 апрелдә Мәскәүҙә «ГазЭнергоСтрой Газ турбинаһы технологиялары» корпорацияһының газ турбинаһы технологиялары йүнәлеше етәксеһе Анатолий Копсов менән «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Тәлғәт Хурамшинға Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостан Президенты указына ярашлы Анатолий Копсов республика энергетикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланған. Тәлғәт Хурамшинға һөҙөмтәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылған.