3 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2012 йыл, 16:54

Аграрийҙар 15 мең тоннанан ашыу ашлама туплаған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яҙғы сәсеү кампанияһында Башҡортостан аграрийҙары сәсеүлектәргә тәьҫирле матдәлә 46,2 мең тонна минераль ашлама индерергә тейеш. Республика агрономия конференцияһында БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко шундай мәғлүмәт бирҙе.

Бөгөнгө көндә төбәктәге ауыл хужалығы предприятиелары 15 мең тоннанан ашыу ашлама туплаған. Был талап ителгәндең яҡынса 30 проценты.

— Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә тағы 35 мең тонна минераль ашлама ҡайтарырға кәрәк, — тигән бурыс ҡуйҙы Николай Коваленко. — Төбәк келәттәрен һәм вагондар менән ташыу мөмкинлеген файҙаланырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында 16 мартта ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы меморандумға ярашлы, Башҡортостандың төпкөл зоналарында урынлашҡан келәт комплекстарына ашламалар ташыласаҡ. Атап әйткәндә, Туймазыға – 405 тонна, Бүздәккә – 274, Өршәк станцияһына – 350, Борайға – 70 һәм Мәсәғүткә — 90 тонна. Баймаҡтағы келәткә лә ашламалар ҡайтарыла. Унда йәмғеһе 1190 тонна минераль ашлама килтерелгән.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә,  ашламаға хаҡтар Рәсәй Ашлама етештереүселәр ассоциацияһы менән билдәләнгән кимәлдә һаҡлана. Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн икенсе йыл инде карбамидҡа махсус хаҡ ҡуйыла, ул Рәсәй буйынса уртаса хаҡтан 18 процентҡа түбәнерәк.

— Минераль ашламалар һатып алыу буйынса бөтә резервтарҙы ла эшкә ҡушырға кәрәк. Минераль ашлама индермәй тороп, тупраҡтың тәбиғи уңдырышлылығы нигеҙендә генә беҙгә кәрәкле күләмдә иген, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа продукция ала алмаясаҡбыҙ, — тип иҫәпләй Николай Коваленко.