8 декабрь, Кесе йома

05 апрель 2012 йыл, 16:22

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 1200 буш эш урыны тәҡдим ителде

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн йәштәр өсөн тәүге вакансиялар йәрминкәһендә Өфөнөң эш биреүселәре 1200-гә яҡын буш эш урыны тәҡдим итте. Сарала 35 эш биреүсе ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

— Беҙҙең сарала банктар, кадрҙар агентлыҡтары, шулай уҡ сәнәғәт, элемтә, сауҙа өлкәләре предприятиелары, спорт клубтары, балалар сәләмәтләндереү лагерҙары әүҙем ҡатнашты. Бынан тыш, йәрминкәгә килеүселәргә үҙ вакансияларын республика һәм ҡала йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре тәҡдим итте, — тине Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Йәштәр өсөн беренсе вакансиялар йәрминкәһендә 800 кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте Ирина Турчина. Уларҙың яртыһынан күбеһе эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. 150-нән ашыу кеше эшкә саҡырыу алды. Йәнә 200 кешене эш биреүселәр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың апреленән башлап йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә даими рәүештә — айҙың һәр беренсе кесе йома көнөндә үткәреләсәк.