8 декабрь, Кесе йома

05 апрель 2012 йыл, 14:01

Бүздәктә янғындан ҡаза күреүселәр өсөн яңы йорт төҙөлә

автор: Сергей Захаров

Бүздәк ауылында 25 мартта булған янғын һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған 14 ғаилә өсөн 18 фатирлы кирбес йорт төҙөү дауам ителә. Фажиғәнән һуң Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тиҙ арала янғындан зыян күреүселәр өсөн яңы йорт һалырға ҡушты.

Торлаҡ йорт Киров урамында 2-се мәктәп янында төҙөлә. Район хакимиәтендә ер участкаһы бүлеүгә бәйле мәсьәләләр ҙә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл ителде. Инженерлыҡ селтәрҙәре район бюджеты иҫәбенә һуҙыла. Һәр фатир автономлы йылытыу системаһы, канализация һәм һыу менән тәьмин ителәсәк.

Әлеге ваҡытта  генераль подрядсы «КапиталСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ер эштәрен башлаған. Әле йорт фундаментын һалыуға әҙерлек алып барыла. Төҙөлөштә 30-ҙан ашыу кеше эшләй, төҙөлөш барышын интернет аша контролдә тоторға мөмкин.

Бүздәк район хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, бәләгә осраған яҡташтарға ярҙам итеү штабы менән оператив саралар күрелгән: зыян күреүселәр исемлеге асыҡланған, уларҙың ҡайҙа йәшәүе билдәләнгән. Ҡаза күргәндәрҙең барыһы ла район хакимиәтенән, шулай уҡ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан матди ярҙам алған. Барыһы ла кейем, ҡаралты менән тәьмин ителгән, балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары ла бирелгән.

Юҡҡа сыҡҡан мөлкәт өсөн компенсация түләүгә бәйле мәсьәләләр хәл ителә. Бойороҡҡа ярашлы, зыян күреүселәр матди ярҙам ала башлаған.

Предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, ябай халыҡ та янғындан зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған «Бүздәк» хәйриә фондына әүҙем аҡса күсерә.

Яҡташтарына тәүгеләрҙән булып БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Илдар Тимерғәлин ярҙам күрһәткән. «Бүздәк-Агро»ның, урындағы элеваторҙың һәм башҡа предприятиеларҙың коллективтары ла үҙ өлөшөн индергән. Иглин, Саҡмағош райондары хакимиәттәре лә тос ярҙам күрһәткән. Иглин районы ауылдарының барыһы бергәләп 144 мең аҡса күсергән. Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы производство кооперативы хеҙмәтсәндәре лә ситтә ҡалмаған.

Бүздәк районы хакимиәте уларҙың барыһына ла ярҙамдары өсөн ихлас рәхмәтен еткерә.

темалар: төҙөлөш,хәйриә