8 декабрь, Кесе йома

05 апрель 2012 йыл, 15:29

«Башҡортостан» гәзите редакцияһында баҫманың 95 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

«Башҡортостан» гәзите редакцияһында баҫманың 95 йыллығына арналған фотокүргәҙмә асылды. Гәзиттең генә түгел, бөтә республиканың да тарихын сағылдырған 150 фотоһүрәт Матбуғат йортоноң 5-се ҡатында стендтарҙа урынлаштырылған. Фотоларҙың күпселек өлөшө — редакция архивынан.

— Гәзит һәр ваҡыт үҙенең янына сәйәси элита, интеллигенция вәкилдәрен йыйҙы, — тине күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов. — Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» мәҙәни үҙәк, халыҡ өсөн аралашыу майҙансығы булып ҡала.

Билдәләп үтәйек, гәзиттең тәүге һаны 1917 йылдың 14 июнендә донъя күргән. Был көндә республика журналистары Башҡортостан матбуғаты көнөн билдәләй.

— Заманалар үҙгәрә, һәм гәзит тә бер урында тормай, — тине төрлө йылдарҙа гәзиттең мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр бүлектәре мөдире булып эшләгән Ислам Мырҙабаев. – Журналистар, элеккесә кеүек үк, һәр ваҡыт эҙләнеү юлында, заман талаптарына яуап биргән яңы рубрикалар булдырылды. Беҙҙең ваҡытта гәзиттәр сәйәси партиялар ҡыҫымы аҫтында булды, әммә сикләнгән үҙаллылыҡ шарттарында ла яңы жанрҙар эҙләргә, геройҙар табырға тура килде. Матбуғаттың бер ҡасан да, хатта демократия шарттарында ла, ирекле булмауын аңларға кәрәк.

Республиканың алдынғы баҫмаларынан килгән вәкилдәр төбәктә Башҡорт журналистикаһы музейын булдырыу идеяһын тәҡдим итте.

— Эш төркөмөн ойошторорға һәм музейҙың концепцияһын әҙерләргә кәрәк, — тине Борис Мелкоедов. Бынан һуң инде музейҙы ҡайҙа урынлаштырыу тураһында ла уйларға мөмкин.

Республика Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев барлыҡ фотоларҙы цифрлаштырып, гәзиттең сайтында виртуаль музей булдырырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, фотоһүрәттәрҙә сағылдырылған республика тарихы менән танышыу мөмкинлегенә һәр кем эйә булырға тейеш.