Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡотҡарыусылар ташҡынға әҙерләнә

Йәмғиәт

Апрелдең икенсе декадаһында Башҡортостанда йылғалар ташыуы көтөлә. Бүлексәләрҙең ташҡынға әҙерлеген тикшереү маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы идаралығында авария-ҡотҡарыу һәм тергеҙеү эштәре өсөн техниканың һәм ҡорамалдарҙың әҙерлеге тикшерелде.  

— Ҡорамалдар даими камиллаштырыла. Һыу баҫыуы йәки тәбиғи янғындар сығыу ихтималлығы булған территорияларҙы тикшереү өсөн ҡотҡарыусылар фото- һәм видеокамераһы булған пилотһыҙ идара ителеүсе осоу аппаратын файҙалана. Янғын һүндереү хеҙмәте бүлексәләре мотопомпалы йөҙөү средстволары менән тәьмин ителгән. СЧ-55 хеҙмәткәрҙәренең һыу баҫҡан ерҙән үтә алыусы бронетранспортеры бар. Уның ярҙамында кешеләрҙе эвакуацияларға, һыу баҫҡан тораҡ пункттарҙа сыҡҡан янғындарҙы һүндерергә мөмкин, — тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть