Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Төбәктә «Мин – журналист» конкурсы үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһының төбәк бүлексәһе менән ойошторолған «Мин – журналист» конкурсы үтәсәк. Көн элгәре заявкалар ҡабул ителә башланы. Бәйге һәләтле йәштәрҙе профессиональ журналистлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

Конкурста ҡатнашыуға 18 йәштән алып йәш авторҙар, йәки авторҙар коллективтары саҡырыла. Унда киң мәғлүмәт сараларының штаттағы йәки штаттан тыш хәбәрселәре ҡатнаша ала. Бәйгегә гәзит-журналдарҙа баҫтырылған мәҡәлә йәки мәҡәләләр шәлкемен, телетапшырыу йәки телесюжет, радиотапшырыу йәки радиосюжет, интернет баҫмаларҙа сыҡҡан мәҡәлә йәки мәҡәләләр шәлкемен, баҫтырылмаған материалдарҙы (эссе, яҙмалар, интервью) тәҡдим итергә була.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ киләһе алты номинация буйынса яһаласаҡ: баш мөхәррир; мөхәррир урынбаҫары; хәбәрсе; фотохәбәрсе; компьютерҙа версткалау буйынса белгес; корректор. Еңеүселәр 20 апрелгә тиклем билдәләнәсәк. Бәйге һөҙөмтәләре хаҡында мәғлүмәт «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһының рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть