11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2012 йыл, 13:23

«Гринпис» ойошмаһы «Йәшел weekend» бөтә Рәсәй эко-акцияһы башланыуы хаҡында иғлан итте

автор: Галина Бахшиева

«Гринпис» ойошмаһы ҡарамағында «Йәшел weekend» бөтә Рәсәй эко-акцияһы старт алды, ул сүп-сарҙы айырып йыйыуға һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға бағышланған. Уға илдә йәшәүсе һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ни бары www.greenweekend.ru сайтында теркәлеү мотлаҡ.

«Greenpress» беренсе федераль урман мәғлүмәт агентлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, акция 20 майға тиклем дауам итәсәк. «Йәшел ял көндәре» сиктәрендә бөтә ил буйлап кешеләр үҙҙәренең ауыл биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартасаҡ.

Акцияла ҡатнашыусыларға изге эштәрҙе үҙаллы башҡарырға тәҡдим ителә. Мәҫәлән, сүп-сарҙы айырып йыйып, уны эшкәртеүгә ебәреү, йорт эсендә йәки эштә ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыу буйынса плакаттар элеү. Шулай уҡ «Йәшел weekend» сиктәрендә үҙ ирке менән акциялар үткәрергә теләгән төркөмдәр булдырырға мөмкин.  

«Йәшел weekend» ҙур экологик фестиваль менән тамамланасаҡ, ул Мәскәүҙә 20 майҙа үтәсәк.

Тәүге тапҡыр бындай акция үткән йылдың октябрендә уҙғарылды, унда Рәсәйҙең 13 ҡалаһынан 10 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусылар 32 тоннанан ашыу сүп-сар йыйып, эшкәртеүгә ебәрҙе.