5 декабрь, Дүшәмбе

05 апрель 2012 йыл, 12:57

Федоровкала мордва тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

6 апрелдә «Федоровка ауылы» мордва тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы үтәсәк. «Башинформ» агентлығына Федоровка районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Сиражетдинов хәбәр итеүенсә, тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев, Мордовияның милли сәйәсәт министры Александр Лузгин, Мордва халҡының төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте рәйесе урынбаҫары Александр Каторов ҡатнашасаҡ.

Программала — «Ҡыуаныс килтергән эштәр» («Кенярксонь кандыця тевть») биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм мордва шәжәрәләре менән танышыу, театрлаштырылған тамаша ҡарау. Артабан райондың Мәҙәниәт йортонда тарихи-мәҙәни үҙәк бүлмәһенең презентацияһы үтәсәк. Сара сиктәрендә БР Мордва милли-мәҙәни автономияһының отчет-һайлау конференцияһы ойоштороласаҡ, унда республиканың 22 ҡала һәм районынан 80 делегат ҡатнашасаҡ. Сара урындағы ижади коллективтарҙың матур концерты менән тамамланасаҡ.