10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2012 йыл, 12:50

Учалының өс балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөмдәр асылды

автор: Марина Шумилова

Балалар баҡсаһында урындар аҙ булыуы — Учалы районындағы актуаль проблемаларҙың береһе, шуға күрә яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын, балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөмдәр асыуҙы Учалы районы етәкселеге өҫтөнлөклө социаль бурыстарҙың береһе тип һанай.

Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәте менән районда социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең уртаҡ тырышлығы менән 2012 йылда ике балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөмдәр асылған, был иһә 40 балаға урын булдырырға мөмкинлек биргән.

Өҫтәмә төркөмдәр асыу маҡсатында, февралдә Учалы ҡалаһының тағы өс баҡсаһында (4-се,10-сы,13-сө балалар баҡсаһы) ремонт башланған. Район бюджетынан был эштәргә миллион һум самаһы аҡса бүленгән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ла финанс ярҙамы күрһәткән. Подрядсы ойошмалар билдәләнгән ваҡыт эсендә бөтә ремонт эштәрен башҡарып сыҡҡан һәм кисә, 4 апрелдә, балалар баҡсаларындағы яңы төркөмдәр 60 сабыйҙы ҡабул иткән. Бында балалар өсөн йылы, уңайлы мөхит булдырылған, республика бюджетынан бүленгән средстволарға яңы мебель һатып алынған.