11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2012 йыл, 12:23

Лилиә Ғүмәрова: «Йәмғиәттә ғаилә культын булдырырға тейешбеҙ»

автор: Эльмира Сабирова

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ғаилә көрсөк хәлендә, был хаҡта күп факттар һөйләй. Беренсенән – балалы ғаиләләр һанының кәмеүе. Башҡортостанда ғына, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ул 16,2 процентҡа кәмегән. Икенсенән – никахтар һанының кәмеүе һәм айырылышыуҙарҙың күбәйеүе. Шулай итеп, үткән йылда төбәктә 36 мең никахҡа 18 мең айырылышыу тура килгән. Һәр өсөнсө бала никахта тормаған ҡатындан тыуа. Йәнә бер мәсьәлә — Рәсәйҙә балалы ғаиләләрҙең күпселегенең ярлы йәшәүе. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, улар илдә 32 процент. Бындай һандар менән Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара советтың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова таныштырҙы. Башҡортостан парламенты вице-спикеры билдәләүенсә, был һәм башҡа проблемаларҙы ғаилә хәлен көйләгән ҡануниәтте камиллаштырмайынса хәл итеп булмай.

Лилиә Ғүмәрова иҫәпләүенсә, Рәсәйҙең ғәмәлдәге ҡануниәтендә ғаиләнең хоҡуҡи билдәләмәһе юҡ. Ошоға бәйле ул РФ Ғаилә кодексына ғаилә билдәләмәһенә аныҡлыҡ индергән статьялар индерергә тәҡдим итте.

Лилиә Ғүмәрова иғтибар иткән икенсе мәсьәлә — балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатының федераль социаль стандарттарын әҙерләү.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләгә ярҙам итеү кимәле бөгөн беҙҙә был ғаиләнең категорияһына һәм матди именлегенә түгел, ә уның йәшәү урынына бәйле, — тип аныҡлыҡ индерҙе Лилиә Ғүмәрова.

Ғаиләгә социаль ярҙам итеү сараларының күләме тулыһынса РФ субъекттарының һәм урындағы үҙидараның финанс һәм матди мөмкинлектәренә, шулай уҡ властың балалы ғаиләләргә социаль ярҙам итеү мәсьәләләренә шәхси мөнәсәбәтенә бәйле.

— Әлеге ваҡытта ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса яңы алымдар талап ителә, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. – Балалы ғаиләләрҙең төрлө категорияларының (инвалид бала тәрбиәләүсе, йәш һәм күп балалы ғаиләләр) йәшәү сифатының федераль социаль стандарттарын раҫлау бындай алымдарҙың береһе булырға тейеш.

Вице-спикер, «Балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатының социаль стандарттары тураһында»ғы федераль законы проектын әҙерләргә кәрәк, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, был балалы ғаиләләрҙең, уларҙың йәшәү урынына ҡарамай, хоҡуҡи хәлен тигеҙләргә мөмкинлек бирәсәк.

Төбәк һәм муниципаль кимәлдәрҙә башҡарылған эшмәкәрлек хаҡында һүҙ йөрөтөп, Лилә Ғүмәрова ғаиләләр менән эшләүҙә ведомстволарҙың үҙ ара килешеп эш итеү мәсьәләһенә лә ҡағылды.

— Ғаиләләр менән эшләгән ведомстволар һәм структуралар беҙҙә күп. Әммә уларҙың эшмәкәрлеген координациялау, төрлө категориялы ғаиләләр менән эшләүҙә үҙ-ара килешеп эш итеү алгоритмдары федераль кимәлдә лә, төбәк һәм муниципаль кимәлдә лә юҡ, — тип өҫтәне ул.

Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса ведомство-ара совет 2009 йылда булдырылды. Бынан һуң һәр муниципаль берәмектә шундай уҡ советтар формалаштырылды.

Һәм бөгөн, БР Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары иҫәпләүенсә, уларҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыу зарур.

Ултырышта ҡуҙғатылған йәнә бер тема – ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллеге.

— Һәр үҫешкән илдә ҡатын, бала тапҡандан һуң, кире эшкә килеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Бының өсөн беҙҙең теләк һәм тәүәккәллек кенә түгел, ә хоҡуҡи база ла кәрәк. Бөгөнгө шарттарҙа эш биреүселәрҙең барыһы ла ҡатындарҙы кире эшкә алырға теләмәй, — тип иҫәпләй Башҡортостан парламенты вице-спикеры.

«Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында»ғы РФ законына үҙәрештәр индереүгә һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса ҡайһы бер хоҡуҡтарҙың төбәктәргә бүлеп бирелеүенә бәйле, Лилиә Ғүмәрова күп балалы, тулы булмаған ғаилә ағзаларын, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы һәм халыҡтың башҡа социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламдары вәкилдәрен эшкә урынлаштырыу буйынса республика кимәлендә өҫтәмә саралар булдырырға тәҡдим итте.

БР Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү мәсьәләһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

— Ғаилә абруйын тейешле кимәлгә ҡайтармаһаҡ, әллә ниндәй ҡанундар ҙа, миллиардлаған аҡсалар ҙа һөҙөмтә бирмәйәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Ғаиләне пропагандаларға тейешбеҙ, йәмғиәттә ғаилә культын булдырыу зарур.

Лилиә Ғүмәрова иҫәпләүенсә, мәктәп программаһына пилот проекты – йәштәрҙе ғаилә тормошона әҙерләү буйынса психологик, медицина һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған махсус курс индереү зарур. Бындай мини-программаны М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты булдырырға әҙер.