4 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2012 йыл, 12:11

Башҡортостанда пулеметты 6 мең һумға тапшырырға мөмкин

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан Хөкүмәтендә законһыҙ һаҡланған ҡоралдар һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған граждандар өсөн аҡса түләү тәртибе раҫланды. Бындай предметтарҙы урындағы полиция бүлегенә тапшырып, граждандар белешмә буйынса БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының район бүлегендә үҙенә тейешле аҡсаһын аласаҡ.  

Прейскурантҡа ярашлы, пулеметтар һәм гранатометтар иң юғары хаҡҡа баһалана — 6100 һум. Пистолет һәм винтовка өсөн граждандар өс мең һум аласаҡ. Патрондарҙың бер данаһы 8-15 һумдан ҡабул ителә. Шартлатҡыс матдәләрҙең 100 грамы 2300 – 1500 һумға баһалана.