11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2012 йыл, 11:31

13700 кеше Башҡортостанда яңы һунарсы билеттары алған

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда бөгөн, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 35-45 мең самаһы һунарсы бар. Әлеге ваҡытта берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеттарын 13700 кеше алған. Шуныһы мөһим: яңы билеттар бирелгәндә дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына һунарсылар тураһында мәғлүмәт индерелә. Уның яҙамында төбәктә йәнлектәр донъяһынан файҙаланыусыларҙың аныҡ иҫәбен алырға мөмкин буласаҡ.

— Республика һунарсыларының теүәл иҫәбе быйыл йәй билдәле буласаҡ. Тап ошо ваҡытҡа, аныҡлап әйткәндә, 1 июлгә ҡарата, һунарсыларҙың барыһы ла тиерлек иҫке билтеттарын яңыһына алмаштырып бөтәсәк. Сөнки алдағы көҙ миҙгелендә федераль өлгөләге билет алғандарға ғына йәнлек аулауға рөхсәт биреләсәк, — тип аңлатты БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарын файҙаланыуға дәүләт контроле бүлеге начальнигы Глеб Егоров.

Берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеты – мөҙҙәте сикләнмәгән һәм бөтә ил биләмәләрендә ҡулланырға мөмкин булған документ. Берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеттары 2011 йылдың 1 июлендә бирелә башланы. Был маҡсатҡа республика бюджетынан ике миллион һум аҡса бүленде. Һунарсы билеттары бушлай алмаштырыла һәм 2012 йылдың 1 июленә тиклем дауам итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ошо арала Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һунарсыларға имтихан үткәреү практикаһын ҡайтарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Әгәр был тәҡдим яҡлау тапһа, һунарсылар берҙәм дәүләт өлгөһөндәге һунарсы билеттарын имтихан һөҙөмтәһендә генә ала аласаҡ. Глеб Егоров фекеренсә, министрлыҡтың башланғысы аңлашыла, сөнки ул һунар, ҡорал менән хәүефһеҙ эш итеү ҡағиҙәләрен белеү-белмәүҙәрен тикшерергә мөмкинлек бирәсәк, йәнә һунарҙағы бәхетһеҙлек осраҡтарын минимумға ҡалдырасаҡ.