9 декабрь, Йома

05 апрель 2012 йыл, 10:49

«Версия Башкортостана» гәзите уҡыусыларының һорауҙарына адвокат яуап бирә

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Шишәмбе, 10 апрелдә, «Версия Башкортостана» аҙналығы редакцияһында Өфө адвокаты Ринат Ишмөхәмәтов тура бәйләнештә тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.    

Хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм уның менән теләге булғандарҙың барыһы ла файҙалана ала, бының өсөн 15.00-17.00 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратығыҙ. Был — даими рубрика, граждандар менән тура бәйләнеш айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе ойошторола.  

«Ҡыҙыу линия»ға телефон аша мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар баҫманың киләһе һандарында донъя күрә.

Һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин. Компетентлы кешенең яуабы менән ул «Һеҙҙең хоҡуҡ» тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.