11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2012 йыл, 10:14

Өфөнөң Дим районында яңы мәсет асыласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Август аҙағында Өфөнөң Дим районында яңы мәсет асыласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына урындағы мосолман дини ойошмаһы етәксеһе Замир Хәйруллин.

— Йәй аҙағына эштәрҙе тамамлап, мәсет асыу тантанаһын үткәрербеҙ, тип ышанам. Ҡорбан байрамын яңы мәсеттә ҡаршыларға теләр инек, — тине Замир хәҙрәт.

Ике ҡатлы ғибәҙәтхана 800 кешегә иҫәпләнгән. Мәсеткә исем дә уйлап табылған — «Мәҙинә».

Мәсетте асыу тантанаһына Өфөнән дини кешеләр, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан мәсеттәре имамдары һәм Өфөнөң Дим районы хакимиәте етәкселәре саҡырыласаҡ.

темалар: дин,төҙөлөш