8 декабрь, Кесе йома

05 апрель 2012 йыл, 9:17

Рөстәм Хәмитов донъя чемпионы Николай Красников менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

4 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов боҙҙа мотоуҙыш буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников менән осрашты.

Республика башлығы спортсыны еңеү менән ҡотланы һәм төбәктә мотоспортты үҫтереү перспективаларын тикшерҙе.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә ҡабатлап үттеләр: Николай Красников Швецияның Упсала ҡалаһында үткән 47-се шәхси донъя чемпионаты этабында дүртенсе урын алды һәм йыйылған мәрәйҙәр суммаһы буйынса еңеү яуланы. Көмөш һәм бронза миҙалдарҙы Тольятти вәкилдәре Даниил Иванов менән Дмитрий Хомицевич алды.

— Һеҙҙе үҙемдең һәм республика халҡы исеменән оло ҡаҙанышығыҙ уңайынан ҡотлағым килә – һеҙ һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы булдығыҙ. Был уникаль һөҙөмтә, мотоспорт тарихында бер кеше лә бындай һөҙөмтәгә өлгәшмәгән. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡаҙанышығыҙға, һөҙөмтәләрегеҙгә һоҡланабыҙ. Һеҙҙең көйәрмәндәрегеҙ булараҡ көйҙөк, борсолдоҡ, әлбиттә. Еңеүҙәр генә теләнек. Еңеү еңел бирелмәне, көрәш ҡыҙыу барҙы. Әммә уның һайын һеҙҙең өсөн дә, беҙгә, көйәрмәндәрегеҙгә лә был еңеү ҡәҙерлерәк, мөһимерәк, — тине Рөстәм Хәмитов мототрек геройына.

Ул йәнә йәмәғәт эштәрен, мотоклуб эшмәкәрлеге менән бәйле вазифаларын алып барыу менән бергә әүҙем спорт эшмәкәрлеген дауам иткәне өсөн дә Николай Красниковҡа рәхмәт әйтте.

Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, һигеҙ тапҡыр планета чемпионы Башҡортостан Президенты менән осрашыуҙан ҡәнәғәт булыуын билдәләне.

— Бер-беребеҙҙе аңларбыҙ, уртаҡ тел табырбыҙ, тип уйламағайным. Рөстәм Зәки улына йылы ҡабул иткәне, ихлас һүҙҙәре, ярҙамы өсөн рәхмәт, — тине Николай Красников.

Ярыштарға туҡталып, ул чемпионаттың көсөргәнешле үтеүен билдәләне.  

— Донъя чемпионаттарында күп тапҡыр ҡатнашҡандан һуң мин үткән еңеүҙәрем арҡаһында ҙур көсөргәнеш тойҙом. Йәғни бөтә спортсылар ҙа, кемдең чемпион булыуы мөһим түгел, мин генә булмаһын, тигән фекерҙә ине. Шулай ҙа миҙалды һаҡлап ҡала алдым. Был беҙҙең еңеү, — тип белдерҙе данлыҡлы спортсы.