7 декабрь, Шаршамбы

05 апрель 2012 йыл, 9:28

Ҡариҙел районы башлығы отставкаға китте

автор: Сергей Захаров

4 апрелдә Ҡариҙел районы Советы үҙенең ултырышында хакимиәт башлығы Илдар Мусиндың отставкаһын ҡабул итте. «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә генераль директор булып эшкә күсеү сәбәпле, ул был вазифанан бушатылды.

Урындағы депутаттар район менән етәкселек итеү бурысын хакимиәт башлағының кадрҙар, социаль һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллинға йөкмәтте.

Район башлығы вазифаһын ул конкурс һөҙөмтәләре буйынса был вазифаға Совет менән тәғәйенләнгән кеше килгәнгә тиклем башҡарасаҡ.