10 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2012 йыл, 18:59

Рөстәм Хәмитов: «Ғаилә ҡиммәттәре модаға инергә тейеш»

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, йәмәғәтселек аңында ғаилә ҡиммәттәренең әһәмиәтен күтәреү демография мәсьәләһен хәл итә ала. Бының өсөн балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү сараларын арттырыу, йәш ғаиләләргә, күп балалы һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү зарур. Был мәсьәләләр Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ведомство-ара советтың киңәйтелгән ултырышында тикшерелде. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Ғаилә, балалар, ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр – мәңге һаҡлана торған ҡиммәттәр. Һәм уларҙың тормошта ниндәй кимәлдә үтәлеүенә кешенең әхлаҡи сәләмәтлеге генә түгел, дөйөм йәмғиәттең дә рухи именлеге бәйле. Шуға күрә ғаилә сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу – дәүләт кимәлендәге мөһим мәсьәлә, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, төбәктә демографик хәл яҡшыра, был йүнәлештә ыңғай үҙгәрештәр билдәләнә.

— Һуңғы өс йыл беҙҙә тәбиғи үҫеш күҙәтелә. Былтыр сабыйҙар үлеме – 3 процентҡа тиерлек, әсәләр үлеме 20 проценттан ашыуға кәмегән. Был күрһәткестәр, уртаса ил күрһәткестәре менән сағыштырмаса, беҙҙә яҡшыраҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Әммә шул уҡ ваҡытта республикала тыуым да кәмегән, тип билдәләне республика башлығы. 2010 йылда мең кешегә 14 бала тура килһә, быйыл был һан 13,7 тәшкил итә. Был хәлде яҡшыртыу өсөн бер юлы бер нисә йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Шулай итеп, Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһы сиктәрендә средстволарҙың дүрттән бер өлөшөнән ашыуы балалар учреждениеларының матди базаһын нығытыуға йүнәлтелә.

Быйылдан башлап, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы критерийҙарына ярашлы, республика табиптары срогынан алда тыуған сабыйҙарҙың ғүмере өсөн көрәшәсәк, тине Президент. Хәҙер улар тән ауырлығы ни бары 500 грамм ғына тартҡан сабыйҙарҙы ла ҡотҡарасаҡ.

Рөстәм Хәмитов билдәләгән йәнә бер проблема – аборттарҙың юғары проценты. Шулай итеп, былтыр төбәктә яҡынса 56 мең бала тыуған, ә аборттар һаны 24 меңдән артҡан.

Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыу киләһе йүнәлеш булып тора, тип билдәләне Президент.

— Бөгөн республикала 560 меңдән ашыу ғаиләнән 170 меңдән ашыуына 20 төр ярҙам күрһәтелә. Федераль ташламаларҙы ла иҫәпкә алғанда, уларҙың һаны яҡынса 30 тәшкил итә, — тине республика башлығы. – Төбәк бюджетынан ғына бындай эшмәкәрлеккә йүнәлтелгән сумма 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Эшмәкәрлектең өсөнсө йүнәлеше – күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2009 йылдан биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла, улар ярҙамында 90 күп балалы ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Шул уҡ ваҡытта, Президент билдәләүенсә, йәнә 1300-ҙән ашыу бындай ғаилә сиратта тора. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн бындай ярҙамдың икенсе варианттарын ҡарау йәки уны халыҡ өсөн ысынында ла аңлайышлы һәм арзан итеү зарур, тип билдәләне Президент.

Әлбиттә, балалы ғаиләләрҙең төрлө категориялары өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлектәре былтырҙан башлап киңәйтелде: баланы тәрбиәгә алыусы ғаиләләргә төбәк әсәлек капиталы түләнә, инвалид бала тәрбиәләгән, шулай уҡ өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары бирелә.

Әммә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ер участкаларын бүлеү механизмында барыһы ла шыма ғына түгел. Айырыуса республика ҡалаларында һәм Өфөнөң үҙендә. Президент мәсьәләнең ауыр булыуын, әммә уны үтәргә кәрәклеген билдәләне.

Президент иғтибарын йүнәлткән дүртенсе йүнәлеш – балалар хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эштең һөҙөмтәлелеге.

Бында ла Рөстәм Хәмитов бер нисә категорияны билдәләне. Беренсеһе – ауыр тормош хәлендә булған балалар.

Президент хәбәр итеүенсә, был йүнәлештә күп эштәр башҡарыла. Социаль имен булмаған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстарҙы ҡаплау йәһәтенән ярҙам итеү саралары күрелә. 2009 йылдан «балалар ышаныс телефоны» эшләй. Үткән йылда ғына был телефонға 20 мең мөрәжәғәт булған.

Икенсе категория – етем балалар. Был эштә лә ыңғай үҙгәрештәр бар.

— 2009 йылдан етем балалар һаны күпкә кәмене, — тине Президент. – Бындай балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре әүҙемерәк хәл ителә башланы. 2009 йыл менән сағыштырмаса, торлаҡ алған балалар һаны 3,4 тапҡырға артты (2011 йылда – 430 кеше). Финанслау күләмдәре лә 5 тапҡырға тиерлек артты (2011 йылда – яҡынса 370 миллион һум). Шул уҡ ваҡытта бала йорттарынан сыҡҡан үҫмерҙәр өсөн бүленгән ресурстарҙы тулыһынса үҙләштерә алманыҡ. Быйыл үҙләштереү 100 процентлыҡ булырға тейеш.

Етем балаларҙың йорттарына ремонт үткәреү буйынса ла проблемалар бар. Бындай балаларҙың 2 меңдән ашыу фатирынан 800-ҙән ашыуына ремонт талап ителә. Әммә торлаҡҡа ремонт үткәреү республика законы менән ҡаралмаған. Рөстәм Хәмитов парламентарийҙарға етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантиялар раҫларға тәҡдим итте.

Бишенсе йүнәлеш балаларҙың ялын, буш ваҡытын ойоштороу һәм уларҙың сәләмәтлеген нығытыу буйынса эштәрҙең һөҙөмтәлелегенә ҡағыла. Республикала 226 үҫмерҙәр клубы эшләй. Уларҙа 40 меңгә яҡын бала, үҫмер һәм йәштәр шөғөлләнә. 2009 йыл менән сағыштырмаса, был күрһәткес 10 процентҡа кәмегән. Балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларының һаны ла кәмегән – оптималләштереүҙән һуң улар республикала 241 ҡалған.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ҡалған учреждениеларҙың күпселеге тейешле кимәлдә йыһазландырылмаған, ҡыҫынҡы шарттарҙа эшләй, майҙанды ҡуртымға ала. Райондарҙың яҡынса өстән бер өлөшөндә кинотеатрҙар юҡ. Микрорайондарҙа спорт секциялары, спорт майҙансыҡтары етешмәй.

— Был йүнәлештә лә эшләйбеҙ – яңы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын, бассейндар, спорт залдарын асабыҙ. Әммә һүҙ ҙур спорт һәм мәҙәни объекттар тураһында ғына түгел, ә йәшәү урыны буйынса түңәрәктәр, секцияларҙың, спорт, сәнғәт, техник йүнәлештәге студияларҙың күр булыуы хаҡында ла. Ата-әсәләр балаларын урамға сығарғанда, уларҙың ҡайҙа барыуы хаҡында борсолмаһын өсөн. Бындай учреждениеларға матди ярҙам күрһәтеү зарур, — тине Президент.

Республика өсөн күрһәткестәрҙең артыуы, башҡа төбәктәр араһында биләгән урын түгел, ә һәр кешенең, һәр баланың, һәр ғаиләнең бәхете мөһим, тине Президент һүҙен йомғаҡлап.