3 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2012 йыл, 17:44

«Һамар – Өфө – Силәбе» трассаһы идаралығы 193 км юлдарҙы ремонтлаясаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Федераль юл агентлығының «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов үҙенең блогында Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа ремонт үткәреү тураһында мәғлүмәт бирҙе.

«Автотрассаларҙың 193 километрында ремонт эштәрен үткәреү ҡаралған, — тип хәбәр итә ул Идаралыҡтың 2012 йылға пландары тураһында. — Башҡортостан Республикаһының Туймазы, Благовар, Шишмә, Өфө, Иглин райондары, Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районы һәм Ырымбур өлкәһенең Төньяҡ районы биләмәләрендәге М-5 трассаһында; Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы автоюлда; Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары һәм Ырымбур өлкәһенең Октябрь районы территорияһындағы Өфө-Ырымбур юлының юл япмаһы ремонтланасаҡ.

Блог авторы билдәләүенсә, әлеге ваҡытта М-5 трассаһының 1466-сы километрҙан 1480 километрға тиклемге участкаһын реконструкциялау буйынса эштәр һәм Ағиҙел аша ике күпер төҙөлөшө дауам ителә.

М-7 автоюлында Кушнаренко ауылы янынан урау юл һалына, унда дүрт һыҙатлы хәрәкәт ойоштороласаҡ, биш транспорт үткәргесе төҙөлә.

Бынан тыш, Идаралыҡ Федераль юл агентлығына быйыл «Өфө-Ырымбур» юлының 110-сы километрҙан алып 124-се километрына тиклемге участкаһында (Стәрлетамаҡты урап үтеүсе трасса) реконструкция эштәрен башлау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Эштәрҙе үтәп сығыу ваҡыты, ремонт эштәрен башҡарыусылар тураһындағы актуаль мәғлүмәт менән Идаралыҡ сайтында һәм блогта танышырға мөмкин.