9 декабрь, Йома

04 апрель 2012 йыл, 17:19

Өфө интернетҡа тоташыу хаҡы түбән булған ҡалалар исемлегендә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфө Рәсәйҙең Интернетҡа тоташыу хаҡы иң арзан булған ҡалалары иҫәбенә инде. Секундына 1 Мбит бында 34 һум тора. Был күрһәткес буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы Мәскәү менән Санкт-Петербургтан (унда селтәргә сығыу 31 һумға барып баҫа), шулай уҡ Воронеждан (32 һум) ғына ҡалыша. 2011 йыл аҙағына ҡарата Рәсәйҙә интернет үҫеше буйынса «Яндекс»тың традицион мәғлүмәт бюллетенендә шундай мәғлүмәт бирелгән.    

Тикшереү үткәргән авторҙар, йыл һайын мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге арта барыу фонында интернетҡа тоташыуға хаҡтар кәмей, тип билдәләй.

темалар: интернет