Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан ғалимдары Biodux үҫемлектәр үҫеше стимуляторын эшләп сығарҙы

Иҡтисад

Башҡорт дәүләт аграр университеты менән «Органик парк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ғалимдары күп маҡсатлы Biodux үҫемлектәр үҫеше стимуляторын етештерә башланы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Производство университеттың аналитик лабораторияһы базаһында ойошторолған.

Үҫемлектәр үҫешен көйләүсе препарат ахидон кислотаһынан, иретмәләге антиоксиданттан тора. Ул биотехнологик ысул менән алынған.

— Үҫемлеккә эләккәс, уға күҙәнәк кимәлендә йоғонто яһап, биопрепарат орлоҡтарҙың шытым биреүен арттыра, үҫемлектең, айырыуса тамыр системаһының үҫешен тиҙләтә, — тигән аңлатма бирҙеләр вузда. Яңы препараттың тағы бер ыңғай яғы – ул ауырыуҙарға һәм башҡа төрлө тышҡы кире факторҙарға ҡаршы тороуға ярҙам итеүсе ферменттар барлыҡҡа килеүенә этәргес бирә. Атап әйткәндә, үҫентеләр ҡырау төшөүен һәм ҡоролоҡто еңелерәк кисерә.

Яңы препарат хлорофилл, витаминдар, шәкәр туплауға һәм дөйөм алғанда продукция сифатының яҡшырыуына булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта ул бәрәкәтле,   күпкә етә.

БДАУ менән «Органик парк» йәмғиәте баҫыуҙа производство һынауҙары үткәреүгә фәнни-техник яҡтан ярҙам күрһәтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть