3 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2012 йыл, 16:09

Аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрө плантацияларын арттыра

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шәкәр сөгөлдөрө быйыл Башҡортостанда 67 мең гектарҙы биләйәсәк. Был культураның майҙандарын аграрийҙар бер юлы биш процентҡа арттыра. Бындай тенденция киләһе йылда ла һаҡланасаҡ.

— Шәкәр сөгөлдөрө иң табышлы культураларҙың бероеһе булып ҡала, — тип иҫәпләй Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко. — Республикалағы дүрт шәкәр заводын сеймал менән тәьмин итеү өсөн беҙҙә кәм тигәндә 67-68 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө булырға тейеш.

Николай Коваленко әйтеүенсә, 30 мартҡа ҡарата шәкәр заводтары 1,2 млн тонна татлы тамыраҙыҡ алыуға килешеүҙәр төҙөгән, ә заводтарҙың эшкәртеү мөмкинлеге – йылына 1,6 млн тонна.

Шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын арттырыу мәсьәләһенә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ҙур әһәмиәт бирә.

— Был мәсьәләгә бәйле беҙ шәкәр заводтары базаһында 2012 йылда ошо культураны үҫтереү һәм эшкәртеү шарттары буйынса кәңәшмәләр үткәрәсәкбеҙ, — тип билдәләне Николай Коваленко республика агрономия конференцияһында.