4 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2012 йыл, 15:51

Сәйәси партиялар тураһында яңы закон үҙ көсөнә инде

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Сәйәси партиялар тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр бөгөнгө көндән үҙ көсөнә инә. Документ Дәүләт Думаһы менән 23 мартта ҡабул ителде, уға көн элгәре ил башлығы ҡул ҡуйҙы. Яңы закон тексы «Российская газета»ла баҫтырылған.

Был үҙгәрештәр сәйәси партияларҙы теркәүгә һәм уларҙың эшмәкәрлегенә талаптарҙы ярайһы уҡ еңеләйтә. Атап әйткәндә, элек партияны теркәү өсөн уның ағзаларының һаны 40 мең кеше булыу талап ителһә, хәҙер иһә был һан 500-гә тиклем кәметелде. Теркәлеү процедураһы ла үҙгәртелде.

Бынан тыш, партияларҙың финанс отчет биреү тәртибе еңеләйтелә. Хәҙер улар аҡса алыу һәм тотоноу тураһында финанс отчеттарҙы Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына өс йылға бер тапшырасаҡ. Бығаса был эш йыл һайын башҡарылғайны.

Яңы ҡанун буйынса, сәйәси партия ете йыл рәттән һайлауҙарҙа ҡатнашмаһа, уның эше туҡтатыла. Элек был осор биш йыл тәшкил итә ине.

Закон шулай уҡ бығаса теркәлгән партияларҙың исеменә оҡшаш яңы исемдәрҙе ҡулланыуҙы ла тыя. Был игеҙәк партияларҙың барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймай өсөн эшләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәйәси партиялар тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү инициативаһын Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үткән йылдың декабрендә үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим итте. Аҙ һанлы булыу сәбәпле бығаса сәйәси партия булараҡ теркәлә алмаған бихисап йәмәғәт хәрәкәте яңы закон менән файҙаланырға ла ашыҡты – Рәсәйҙең Юстиция министрлығы яңы партиялар теркәү тураһында 70-тән ашыу ғариза ҡабул итте.