4 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2012 йыл, 14:52

10 апрелдә Өфөнөң Калинин районы үҙенең 60 йыллығын билдәләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

10 апрелдә Өфөнөң Калинин районына 60 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтәсәк.

Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында район предприятиелары һәм учреждениеларының эшмәкәрлеген сағылдырған фотокүргәҙмә эшләйәсәк. Шунда уҡ байрам ҡунаҡтары йәмәғәт туҡланыу продукцияһынан ауыҙ итә аласаҡ.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тантаналы сара өс өлөштән тора. Программала – почетлы ҡунаҡтарҙың сығышы, сағыу концерт номерҙары, иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе наградлау. Аҙаҡҡы өлөш «Район киләсәге – беҙҙең ҡулда» тип исемләнгән. Абруйлы олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, музыкаль фестивалдәрҙә, «Иң яшы эшсе ҡатын-ҡыҙ-2011», «Мисс Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе–2011», «Иң яҡшы йәш ғаилә- 2011» конкурстарында еңеүселәр сәхнәгә сығасаҡ. Шулай уҡ байрамда Калинин районы тураһында яңы йыр яңғыраясаҡ.

Сара 16.00 сәғәттә башлана.