6 декабрь, Шишәмбе

04 апрель 2012 йыл, 12:41

«Беҙ бәйләнештә!» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамлана

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Төбәк журналистары өсөн «Беҙ бәйләнештә!» бөтә Рәсәй конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә. Элемтә тармағы һәм телекоммуникациялар тураһындағы иң яҡшы материалға йыл һайын ойошторолоусы ижади ярыш Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡанаты аҫтында үтә.

Тармаҡ проблемаларына, ҡулланылышҡа индерелеүсе инновацион яңылыҡтарға һәм яңы продукттарға киң мәғлүмәт саралары иғтибарын йәлеп итеү — уның төп маҡсаты, тип билдәләнгән ведомство сайтында. Бынан тыш, ойоштороусылар фекеренсә, был теманы объектив һәм бөтә яҡлап яҡтыртыу тармаҡ профессияларын популярлаштырыуға һәм өҫтөнлөклө эш биреүсе имиджын формалаштырыуға булышлыҡ итәсәк.

Конкурста рәсми теркәлгән киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнаша ала.

2011 йылдың 1 апреленән 2012 йылдың 16 апреленә тиклемге осорҙа донъя күргән материалдар конкурсҡа ҡабул ителә.  

Конкурс «Иң яҡшы радиожурналист», «Иң яҡшы тележурналист», «Иң яҡшы баҫма мәғлүмәт сараһы журналисы», «Иң яҡшы интернет-баҫма журналисы», « Иң яҡшы фотокорреспондент» кеүек номинациялар буйынса үткәрелә. Конкурс сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында ла еңеүсе билдәләнәсәк.

Эштәрҙе 2012 йылдың 16 апрелендә ҡабул итеү тамамлана. 2012 йылдың 1 майына тиклем конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ һәм уның һөҙөмтәләре 14-17 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк 24-се «Связь-Экспокомм-2012» халыҡ-ара күргәҙмәһендә йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк.