10 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2012 йыл, 12:27

БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Нефтекамала ҡатын-ҡыҙҙар советтарының зона семинарын үткәрә

автор: Марина Шумилова

Бөгөн, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тулған көндә, Нефтекамала «Ҡатын-ҡыҙ һаулығы – имен әсәлек һәм балалыҡ нигеҙе» зона семинар-кәңәшмәһе үтә.

Семинарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә, республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы етәкселәре тәжрибә уртаҡлаша. БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Нина Филлипова семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн «Әсәлек уңышы буйынса ҡыҫҡа курс» үткәрәсәк.

Нефтекамала үткән семинар сиктәрендә урындағы етештереүселәр продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе һәм ҡалала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижади оҫталығы күргәҙмәһе ойошторола.

Семинар тамамланғас, ҡатын-ҡыҙҙар советы лидерҙары ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбе, Библиоүҙәк, тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.