Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Был аҙнала далалағы йылғаларҙа боҙ китеүе көтөлә

Йәмғиәт

Килеп тыуған гидрометеорологик шарттар арҡаһында был аҙнала Башҡортостандағы дала йылғаларында  — Ағиҙел һәм Уралдың ҡушылдыҡтарында боҙ китеүе көтөлә. Улар араһында Дим, Кесе һәм Оло Ҡыҙыл, Таналыҡ, Быҙаулыҡ һәм Йәнгел йылғалары күрһәтелгән.

Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, дала йылғаларында боҙ киткәндә тар урындарҙа боҙ тығылыуы һәм һыу кимәленең кинәт күтәрелеүе ихтимал.  

Тығындар булғанда һыуҙың күтәрелеп, үҙәненән сығыуы көтөлә. Йылға бассейндарындағы ауылдарҙың ярға яҡын урынлашҡан урындарын һыу баҫыуы ихтимал. Идаралыҡта билдәләүҙәренсә, боҙ тығылыуы арҡаһында йылғаларҙағы һыу кимәленең күҙалланған кимәлдән ашып китеүе лә мөмкин.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть