Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Йәштәр өсөн Өфөлә беренсе даими вакансиялар йәрминкәһе старт ала

Иҡтисад

Иртәгә, 5 апрелдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр өсөн беренсе даими вакансиялар йәрминкәһе старт аласаҡ. 2012 йылдың апреленән башлап йәштәр өсөн бындай йәрминкәләр һәр айҙың беренсе кесаҙнаһында үткәреләсәк.

Сараны Өфө Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ойоштора.

— Йәштәр өсөн йәрминкә, һис шикһеҙ, унда ҡатнашыусылар өсөн дә, эш биреүселәр өсөн дә ҡыҙыҡлы буласаҡ, сөнки уның төп өҫтөнлөгө — күп профилле булыуында. Әлеге ваҡытта ҡаланың 25-ләгән предприятие һәм ойошмаһы унда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар иҡтисадтың төрлө тармағына ҡарай, банк, социаль өлкәнән алып сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына тиклем бар, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.  

Вакансиялар йәрминкәһе, ғәҙәттәгесә, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса урынлашҡан Мәшғүллек үҙәгендә үтәсәк.

Башлана – сәғәт 10-да.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть