10 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2012 йыл, 11:35

Өфөлә ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы иғлан ителде, ул 21 майға тиклем дауам итәсәк.

Айлыҡ сиктәрендә юлдарҙы, тротуарҙар, ҡоймалар, кәртәләрҙе, парапеттарҙы, бина фасадтарын ремонтлау, урамдарҙы, кварталдар араһындағы территорияларҙы таҙартыу, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәһен, йырындарҙы, йылға һәм күл ярҙарын таҙартыу, ҡала биләмәһендәге инештәрҙе төҙөкләндереү, санитар йомалар үткәреү буйынса эштәрҙе ойоштороу планлаштырылған.

Яҙғы өмәләр барлыҡ предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың, ҡала баҙарҙары һәм сауҙа комплекстарының территорияһында ойоштороласаҡ. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр территорияға өмә өсөн яуаплы кешеләр беркетелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, беренсе яҙғы дөйөм ҡала өмәһе Өфөлә 21 апрелгә билдәләнгән.