3 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2012 йыл, 11:23

Учалыла һуғыш ветерандарының тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Учалы район хакимиәтенең ҙур залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына торлаҡ һатып алыуға социаль түләү бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы үтте. 8 миллион һумдан ашыу суммаға документтарҙы һигеҙ ветеран ҡатыны алды, тип хәбәр иттеләр Учалы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Сертификаттар тапшырып, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев байрам сәбәпселәренә һаулыҡ, оҙон ғүмер, тиҙ арала өй туйлауҙарын теләне.

Әйткәндәй, «Ветерандар тураһында»ғы законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә федераль бюджет средстволар иҫәбенә Учалы районында 99 һуғыш ветераны һәм ветерандарҙың тол ҡатындары дөйөм алғанда 100 миллион һумдан ашыу суммаға сертификат алған.