10 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2012 йыл, 9:25

Башҡортостан Президенты: Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса республика программаһын ҡабул итергә кәрәк

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Милли музейында үткән түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан ҡалаларында архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләһен күтәрҙе. Унда мәҙәни мираҫты һаҡлау менән шөғөлләнгән ведомство вәкилдәре, тарихсылар, архитекторҙар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.

— Беҙ был өлкәлә барған процестарҙан ситтә ҡала алмайбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бөгөн республика биләмәһендә биш меңдән ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар, шуларҙың 44-е — федераль, 1300 самаһы — төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡылар. Рөстәм Хәмитов ҙур үкенес менән уларҙың емерелә барыуын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, 300 архитектура һәйкәленең 140-ы юҡҡа сыҡҡан.  

— Был — ҡарар ҡабул иткән һәм ҡабул итеүсе кешеләребеҙҙең дә, дөйөм алғанда бөтә йәмғиәттебеҙҙең дә мәҙәниһеҙлеген күрһәтеүсе ғәйәт ҙур һан,  — тип белдерҙе республика башлығы.

Быны республикабыҙҙың баш ҡалаһы миҫалында ла күрергә мөмкин. Ҡаланың тарихи өлөшөндәге бихисап боронғо биналар юҡҡа сыҡҡан, булғандары ла ауыр хәлдә.

— Ҡарап һоҡланырлыҡ ҡомартҡылар үтә аҙ,— тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты К.Маркс урамындағы Археология һәм этнография музейы урынлашҡан йортто, яҡынса булһа ла әүәлге Сауҙа рәттәренең ҡиәфәтен һаҡлаған Ҡунаҡһарайҙы миҫал итеп килтерҙе. Уның фекеренсә, был өлкәлә бар ғәйепте бер кешегә өйөргә кәрәкмәй. Әммә был хаталар яңы проблемалар тыуҙыра. Мәҫәлән, транспорт инфраструктураһын иҫәпкә алмай төҙөлгән «Өфө-Арена» боҙ һарайы даими рәүештә транспорт коллапсы тыуҙыра: бында килеп етеүе, машина ҡуйырға урын табыуы ҡыйын. Әле төҙөлөүсе Собор мәсете лә яйһыҙ урында – йырында урынлашҡан, тип билдәләне республика башлығы. Яңы өлгө сифатында ул 1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙарына һәйкәлде «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда урынлаштырырға тәҡдим итте.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса республика программаһы әҙерләргә һәм ҡабул итергә кәрәк, сөнки әле бындай программа юҡ.

Түңәрәк өҫтәлдә, хоҡуҡи базаһын да индереп, программа формалаштырыуҙың төрлө аспекттары тикшерелде. Төбәк башлығы, Башҡортостандың закон сығарыусылары ҡыйыуыраҡ эш итергә тейеш, тигән фекерҙә.

— Мәҙәни мираҫты һаҡлау тураһында үҙ законыбыҙҙы ҡабул итергә һәм уны тормошҡа ашырыуға контроллек итеүҙе Прокуратураға йөкмәтергә беҙгә нимә ҡамасаулай? Беҙҙең вәкәләттәребеҙ бар һәм уларҙан файҙаланырға кәрәк, — тип белдерҙе ул.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар йәнә архитектура ҡомартҡыларын реставрациялауҙы финанслауҙың яңы сығанаҡтарын табыу, кисекмәҫтән ҡотҡарырға кәрәкле объекттарҙы билдәләү, Өфөлә һаҡлау талап ителгән яңы зоналар будырыу, юҡҡа сыҡҡан архитектура мөхитен регенерациялау, Башҡортостандың ғилми ойошмаларының был өлкәләге муниципаль программаларын эшләүҙә ҡатнашыуы кеүек аныҡ тәҡдимдәр индерҙе.